Рәзинә Зайнетдинова “Ҡашлы йөҙөк”
Сибай үҙәкләштерелгән китапханалар системаһының Тыуған яҡты өйрәнеү модель китапханаһына Рәзинә Зайнетдинова “Ҡашлы йөҙөк” китабы килгән тип ишеткәс, алып уҡыйым тиһәм, өлгөрмәй ҡалғаным икән. Элмира апай Юламанова минән алда өлгөргән ине. Саҡ көтөп алып, тәмләп, яйлап уҡып сыҡтым. Ҡашлы йөҙөк тигән мажаралы повесын алдан уҡыған булһам да, яңынан тағы берҙе уҡып сыҡҡас, Тамара-Тәңкәбикәнең яҙмышы өсөн бер борсолһам, “Риелтор” һәм “Йыраҡтан эҙләгән яҡыным” геройҙары өсөн бер гилке ҡыуанып йөрөнөм. Йәш, оҫта яҙыусыбыҙ Рәзинә Зәйнетдиноваға эшендә яңы уңыштар теләйбеҙ һәм түҙемһеҙләнеп яңы әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ. “Ҡашлы йөҙөк” китабын Сибай үҙәкләштерелгән китапханаларынан килеп ала алағыҙ.